TurkLang  
Төрки телдәрҙе компьютерҙа эшкәртеү технологиялары буйынса халыҡ-ара фәнни конференция “TurkLang”

Төрки телдәрҙе компьютерҙа эшкәртеү технологиялары буйынса “TurkLang 2020” — VIII халыҡ-ара конференцияһы

Хөрмәтле коллегалар!

2020 йылдың 18-20 октябрендә төрки телдәрҙе компьютерҙа эшкәртеү технологиялары буйынса “TurkLang 2020” — VIII халыҡ-ара конференцияһын, заманса мәғлүмәти технологиялар ҡулланып, дистанцион формала үткәреү планлаштырыла.

Конференцияның эш йүнәлештәре:

  • Төрки телдәр өсөн формаль моделдәр
  • Компьютер системаларының милли локализацияһы һәм терминология
  • Төрки телдәрҙең электрон корпустары
  • Текстарҙы морфологик һәм синтаксик йәһәттән эшкәртеү системалары
  • Текстарҙы эшкәртеү өсөн семантик технологиялар
  • Машина тәржемәһе системалары һәм технологиялары
  • Телмәр технологиялары һәм системалары
  • Төрки һәм сит телдә уҡытыу өсөн интеллектуаль системалар һәм технологиялар
  • Төрки телдәрҙең лингвистик онтологиялары
  • Төрки телдәрен яңы интеллектуаль технологиялар һәм белемде эшкәртеү системаларын булдырыу өсөн нигеҙ булараҡ ҡулланыу

«Computational Models in Turkic Language and Speech» cеминары

Конференция сиктәрендә семинар үткәреү күҙаллана, семинарҙың эш теле – инглиз теле.
Ебәрелгән эштәр “һуҡыр” рецензиялау процедураһын үтә (кәмендә өс рецензия). Ҡатнашыуға 8 биттән алып 15 биткә тиклем (төп мәҡәләләр), 5 биткә тиклем (ҡыҫҡа хәбәрҙәр) баҫылмаған оригиналь эштәр ҡабул ителә.
Мәҡәләләргә ҡуйылған талаптар менән конференция сайтында танышырға мөмкин.
Семинар материалдарын айырым йыйынтыҡ итеп баҫып сығарып, CEUR Workshop Proceedings электрон китапханаһында (Scopus мәғлүмәт базаһында индексацияланып) урынлаштырыу планлаштырыла.

Конференцияның эш телдәре

Конференцияның телдәре: инглиз, урыҫ һәм башҡорт телдәре.
Презентациялар инглиз телендә эшләнергә тейеш.

Төп даталар:

Мәҡәләләрҙең аннотацияһын ҡабул итеү 15 июлгә тиклем
Мәҡәләләрҙең тулы текстарын ҡабул итеү 15 сентябргә тиклем
Рецензиялау һөҙөмтәләрен ебәреү 10 октябргә тиклем
Конференция программаһын әҙерләп сығарыу 15 октябргә тиклем
Конференцияның эш көндәре 18–20 октябрь